Ата-әсәләргә кәңәштәр
Уҡыусыларҙа белемгә ҡыҙыҡһыныу уятыу уҡытыусы һәм ата-әсә менән берлектә барһа ғына, һөҙөмтә емешле була. Баланы яҡшыраҡ аңлау һәм ыңғай тәрбиә биреү өсөн ата-әсәләргә түбәндәге кәңәштәрҙе онотмаҫҡа тәҡдим итәбеҙ:

Баланы нисек бар, шулай яратығыҙ
Ниндәй генә хәл килеп тыуһа ла, аңлап ҡабул итегеҙ
Кәңәш һораһа, һөйләшергә теләһә, ваҡыт юҡлыҡҡа һылтанмағыҙ
Баланы кәмһетмәгеҙ!
Уның фекерҙәренә ҡолаҡ һалығыҙ, ихтирам итегеҙ
Балаға маҡтау һүҙҙәрен йәлләмәгеҙ
Бала һау - сәләмәт булһын өсөн барыһын да эшләгеҙ
Уның һәр уңышына ҡыуанығыҙ
Баланың үҙе өсөн генә айырым бүлмә булдырырға тырышығыҙ, уның үҙенең эштәрен һәм ҡаҙаныштарын күрһәтә алған урын булһын
Балаға ҡулынан килерҙәй эштәр ҡушығыҙ
Балаға үҙ пландарын төҙөргә, ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итегеҙ
Үҙегеҙ менән ҡыҙыҡлы урындарға сәйәхәткә алығыҙ
Балағыҙҙың кәмселектәрен күрһәтеп, башҡа балалар менән сағыштырмағыҙ
Баланың күңел ихтыяжына, талаптарына иғтибарлы булығыҙ
Баланы төрлө ваҡиғалар уйлап сығарырға, фантазияларға өйрәтегеҙ. Быларҙы бергә башҡарығыҙ
Буш ваҡыттарығыҙҙы бергә үткәрергә тырышығыҙ, кәрәк икән ярҙам һорағыҙ
Дуҫтарына иғтибарлы булығыҙ
Көн режимын булдырығыҙ
Бала өсөн үҙегеҙ өлгө икәнегеҙҙе онотмағыҙ!
Made on
Tilda