Яңылыҡтар

Беҙ файҙалы туҡланыу яҡлы


22 ғинуарҙан алып 29 ғинуарға тиклем ҡалабыҙҙың 4 - се гимназияһында “Файҙалы туҡланыу аҙналығы“ уҙғарылды. Ул “Беҙ файҙалы туҡланыу яҡлы” девизы аҫтында үтте. Аҙналыҡҡа уҡыусылар, ата-әсәләр йәлеп ителде. Уҡыусылар араһында конкурстар ойошторолдо. 1-4-cе класс уҡыусылары һүрәт төшөрөүҙә маһирлыҡтарын күрһәтһә, 5-11 кластар урыҫ һәм башҡорт телдәрендә темаға ярашлы листовкалар эшләне. Конкурс эштәренең күплеге һәм төрлөлөгө жюри ағзаларын ҡыуандырҙы. Иң яҡшы тип табылған эштәр күргәҙмәлә үҙ урынын тапты. Ата-әсәләр ҙә был сарала әүҙем ҡатнашты. Улар өсөн 29 ғинуар көндө түңәрәк өҫтәл үткәрелде. Иң тәүҙә атә-әсәләр ашханала мәктәптә әҙерләнгән ризыҡтарҙы тәмләне. Сарала ҡатнашыусылар төрлө аш, бутҡа, ҡамыр аштары, һут, компоттарҙан ауыҙ итте һәм уларҙы юғары баһаланы. Әйтергә кәрәк, быйылғы уҡыу йылынан гимназияла ата-әсәләр патруле әүҙем эшләй. Һәр бер класс ата-әсәләре өсөн график төҙөлгән. Улар бында аш-һыу тәмләй, гимназия етәкселәренә туҡланыу буйынса үҙ тәҡдимдәрен, теләктәрен еткерә.

Түңәрәк өҫтәлдә шулай уҡ “1-се дөйөм туҡланыу” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Смагина Наталья Алексеевна, “Стерлитамакский рабочий” гәзите хәбәрсеһе Яковлева Екатерина Николаевна ҡатнашты. Ата-әсәләр, уҡыусылар туҡланыуға бәйле үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған төрлө һорауҙар бирҙе, йәнле әңгәмә ойошторолдо. Сара һуңында иң яҡшы тип табылған эштәргә йомғаҡ яһалды, грамоталар тапшырылды. “Беҙ файҙалы туҡланыу яҡлы” сараһы барыһының да күңеленә хуш килде.

Made on
Tilda