Яңылыҡтар

15 февраль – Яугир –интернационалистарҙы иҫкә алыу көнө

Быйыл Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыуға 31 йыл тулды. Был көн – һәләк булғандарҙы иҫкә алыу ғына түгел, ә иҫән-һау әйләнеп ҡайтыусыларға ла тәрән ихтирам, рәхмәт белдереү ҙә.
Хәтер көнөндә Мәңгелек ут һәйкәле янында ветерандар, һуғышта һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың ата-әсәләре, туғандары, яҡындары, ҡала етәкселәре һәм уҡыусылар йыйылды. Сараға килеүселәр яугир-интернационалистарға сәскәләр, веноктар һалды.

Хәтер көнөнөң тантаналы өлөшө беҙҙең гимназияла дауам итте.
Made on
Tilda